Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ

Тулыраҡ: Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ

Был хаҡта коронавирус сире буйынса республика оператив штабының сираттағы ултырышында белдерелде. Төбәктә әле дезинфекция тәртибе йәмәғәт транспортында иғлан ителгән. Аэропорт, тимер юл вокзалдарында ойошторолған иҫкәртеү сараларынан тыш, пассажир ташыған автобустар тәүлегенә ике тапҡыр санитар эшкәртеү үтә. Ҡытай Халыҡ республикаһынан ҡайтҡан кешеләрҙе ҡабул итер өсөн Өфө районында обсерватор әҙер. Республика дезинфекция үҙәге белгестәре иһә йоғошло сир таралыу хәүефе булған биләмәләрҙә план буйынса билдәләнгән санитар саралар үткәрә. Улар коронавирус менән бәйле түгел.