Кем ғәйепле?

Тулыраҡ: Кем ғәйепле?

Өфөлә хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуҙар юҡлығына зарлана. Йыл башынан алып республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулын үҙгәрткән. Шул сәбәпле, кәрәкле препараттар һуңлап килә, ти пациенттар. Мотлаҡ ҡабул итә торған дарыуҙы үҙҙәре һатып алырға мәжбүр. Һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуһыҙ алтмыш биш йәшлек Александра Даниленко йәшәй алмай. Биш йыл ул хроник бөйөр сире менән яфалана. Йәшәү өсөн мөһим ҡыйбатлы дарыуҙар уға бушлай бирелә. Тик әле ханым ҡушылған өс дарыуҙың берәүһен генә алған.

Хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар махсус диета тоторға, ай һайын анализ тапшырып һаулығын тикшертергә тейеш. Табип яҙған дарыуҙы ваҡытында ҡабул итмәгән осраҡта, кешенең хәле насарайыуы ихтимал. Организмды токсиндарҙан таҙартыу өсөн пациенттар көн аша гемодиализ процедураһына йөрөргә мәжбүр. Диализ үҙәгендә әле алтмыш кеше дауалана. “Яһалма бөйөр” аппаратында пациенттар 4-5 сәғәт ята. Бынан алда, пациенттар өсөн кәрәкле препараттар диализ үҙәктәрендә үк бирелгән. Тик йыл башында һаулыҡ һаҡлау министрлығы был мәсьәләне үҙ өҫтөнә ала. Әммә дауаханаларға ҡушылған дарыуҙар һуңлап килә, тип зарлана пациенттар.

Өҫтәүенә, диализ үҙәгенә республиканың төрлө районынан килеп дауаланыусылар һаны ла бихисап. Улар ҙа һаулыҡ өсөн мөһим дарыуһыҙ ҡайтып китә. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулының яңы схема буйынса эшләй башлауын, киреһенсә, дөрөҫ тип һанай. Был закон талаптары буйынса башҡарыла, ти белгестәр. Әммә Нефро-лига төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты Юрий Кандалов һүҙҙәренсә, бындай ысул сауҙа менән булышыусыларға отошло түгел. Шуға ла улар оригиналь дарыуҙар урынына күпкә осһоҙҙарын тәҡдим итә.

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар өсөн дарыу алыу схемаһы әле тулыһынса эшләнелеп бөтмәгән, ти. Диализ үҙәгендә дауаланыусылар был мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорап күҙәтеү органдарына мөрәжәғәт итергә йыйына.Әле республикала 1200-н ашыу кеше ошо ауырыу менән яфалана. Уларҙың һәр береһе дауаланыуға мохтаж. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә пациенттарҙың һәр береһе кәрәкле дарыу аласаҡ.