Бюджет ярҙамға килә

Тулыраҡ: Бюджет ярҙамға килә

Өс йәшкә тиклемге бала бағып ваҡытлыса эшләмәгән әсәләр һөнәри белемен камиллаштырыу йәиһә һөнәр алмаштырыу мөмкинлеген бюджет иҫәбенә бойомға ашыра ала. Республика хөкүмәте юридик шәхестәргә ошо маҡсатта субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Бүленгән аҡсаны шәхси эшҡыуарҙар декрет ялындағы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри белемен камиллаштырыуға тотонорға тейеш. “Демография” милли проектын бойомға ашырыу йәһәтенән был маҡсаттарға быйыл 76 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк, шуның 72 миллион 600 меңе федераль бюджеттан. Башҡортостанда йылына 1200 ҡатынға һөнәр камиллаштырыу йәиһә алмаштырыу мөмкинлеге бар. Белешмә талап ителгәндә улар йәшәгән урынындағы мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.