Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала. Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа, Стәрлетамаҡ менән Бөрөлә ҡатмарлы. Һыу селтәрҙәрен яңыртыу исемлегендә ун обьект бар.
Бар өмөт “Таҙа һыу” пгораммаһына. 2024-се йылға тиклем иҫәпләнгән проект өсөн бүленгән 4 миллиард һум хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип көтөлә. Сафҡа тапшырыласаҡ объекттарҙың береһе – Стәрлетамаҡта. Бында тәүлегенә 60 мең кубометр һыу таҙартыусы ҡоролмаға нигеҙ һалынырға тейеш. Башҡортостан “Ауылды үҫтереү” федераль программаһы ярҙамына ла өмөт итә. Әле илдең ауыл хужалығы министрлығы бюджетында бүленмәгән 17 миллиард һум аҡса бар. Республика башлығы Радий Хәбиров үҙәк менән әүҙем эшләргә саҡыра. Сөнки, һыу хәҙер тәбиғи газдан да ҡиммәтерәккә әйләнә бара. Радий Фәрит улы Туймазы менән Хәйбулла райондарына ярҙам итергә ҡушты. Исемлектә Борай ҙа бар.