Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Тулыраҡ: Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Иҙелбәк ауылында йәшәгән эшҡыуар бүрене олоп саҡыра. Атыр өсөн түгел, ә фото һәм видеоға төшөрөргә. Алик Тоҡомбәтов бала сағынан йәнлектәр тураһында китаптар уҡый. Журналдар алдырып, тәбиғәтте өйрәнә. Атаһы һәм ҡартатаһы иһә һунарсылыҡ серҙәренә төшөндөрә. Ҡуян ҡыуалағанда ул бүрегә юлыға. Ата-бабалар ҙа боронғо ысул менән бүре аулаған. Йыртҡыс эҙенән йәштәр төшөп ҡыуалап барған.

Ә өлкәндәр бүреләрҙе тәрән ҡарҙа һыбай баҫтырып, тәүҙәрәк суҡмар, йә ҡороҡ, һуңынан мылтыҡ менән алған, ти һунарсы. Закир Шәрипов. Беҙ ауылдан 5-6 саҡрым киттек һәм беренсе бүре эҙҙенә юлыҡтыҡ. Йәнлектәрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн шым ғына һөйләшәбеҙ. Был тирәлә ул һикергән, һикергән арауығы 1 метр самаһы. Бүре иң йылғыр һәм шомло йыртҡыстарҙың береһе. Ул 2 метрҙы ла еңел һикереп үтә. “Беҙҙең яҡта кешеләргә ташланған осраҡтары теркәлмәне”, тип бәйән итә һунарсы. Алик Тоҡомбәтов бүреләрҙе олоп саҡыра. Русса ул – Ваба йә вабить тип атала. Был ысул Рәсәйҙә онотолған тиерлек. Бүре урынына беҙ кешеләрҙе тап иттек.

Улар йыртҡыстар олой тип ҡурҡып, шау-шыу күтәрҙе. Күпмелер ваҡыттан Ырымбур өлкәһенән килгән автомобиль дә күренде. Уларҙың браконьерҙар булыуы асыҡланды. Бүре ҡыҙыҡһыныусан йәнлек, ти белгестәр. Әгәр, уларҙы олоп саҡырырға өйрәнһәң, мотлаҡ киләсәк. Әммә, бының өсөн бөтә яҡтан әҙер булырға кәрәк. Иң ҡыҙығы шул, һағышланып һәм моңһоуланып олоһаң, улар яуап бирә һәм ҡаршыңа сыға, тип һөйләй Алик Тоҡомбәтов. Иҙелбәк ауылы янында бер өйөр йөрөй. Төркөмгә 7 бүре инә. Тәжрибәле һунарсы уларҙың нисә йәштә икәнен дә яҡшы белә.

Быныһы ҡурҡа-ҡурҡа үткән, икенсеһе олораҡ бүре. Улар разведкаға килгән, һуңынан йыйылып һунар итер өсөн. Совет осоронда бында меңәрләгән һарыҡ аҫыралған. Ә был бүре үрсер өсөн уңай шарт. Уҙған йылда, мәҫәлән, Иҙелбәк ауылында бүреләр 30-ға яҡын төрлө малды тамаҡлаған. Алик Тоҡомбәтовтың ҡартатаһы һәм атаһы урман хужалығында эшләгән. Ул да ғүмеренең 22 йылын ошо тармаҡҡа бағышлаған. Хәҙер йүнсел яҡындағы урмандарҙы ҡуртымға алған.Совет замамында һунарсыларға инә бүрене аулаған өсөн – 150, ата бүре өсөн – 100 һум биргәндәр. Бынан тыш, бүләккә бер һарыҡ та өҫтәгәндәр. Халҡыбыҙ борондан һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Улар бүрене лә аулаған. Был тәү сиратта мал күпләп ҡырыла башлаһа, эшләнгән. Шулай ата-бабаларыбыҙ йыртҡыстарҙың һанын иҫәптә тотҡан. Сөнки, электән ололар бүре – урмандың санитары икәнен яҡшы аңлаған.Эшҡыуар тыуып үҫкән еренә һаҡсыл ҡарай. Әгәр, йыртҡыстар зыян итмәһә буштан-буш һунар итмәй. Шуға Шайтан-тау буйында йәнлектәрҙе күҙәтеүҙе ғәҙәт итеп алған.Бүреләрҙе олоп саҡырыусылар юҡ тиерлек. Һунарсы әйтеүенсә, Пермь крайында ғына бер кеше булыша. Ә бына Белоруссия һәм Ҡаҙағстан республикаларында был һөнәр йыш осрай. Алик Тоҡомбәтов үҙенсәлекле шөғөлөн балаларына өйрәтеп, киләсәк быуынға тапшырырға теләй.