Урындағы идарасы компанияла иһә, халыҡ әйтеүенсә, үҙ көнөгөҙҙө үҙегеҙ күрегеҙ тип белдерәләр.. Лидия Овознаяға 74 йәш. Ул икенсе төркөм инвалиды. Быуындар сире менән ауырый. Табиптар уға тик йылыла булырға, һыуыҡҡа сыҡмаҫҡа кәңәш иткән. Тик өйҙә тыштағыға ҡарағанда ла һыуығыраҡ. Лидия Овознаяның күршеһе Гөлнур Яхина ла йылы биреүҙәрен түҙемһеҙләнеп көтә. Ике йәшлек Алинаның тиҙҙән туғаны тыуасаҡ. Сабый тыуғансы ремонт эштәрен тамамлап, йылы инһен ине, ти йәш әсә. Ике йәнәш торған йортта йәшәүселәрҙең асыуы ҡайнай. Тышта ҡыш тигәндәй, ә фатирҙарҙа йылы юҡ. Әлегәсә ике йорт Шафран шифаханаһы ҡарамығында булған. Ярты йыл элек улар ҡасабаға тапшырылған. Өйҙө йылы биреүҙе хәҙер яңы идарасы ойошма хәстәрләргә тейеш. Әммә әлегә тиклем ул фатирҙарҙы газ торбаларына тоташтырмаған.Йорт хужалары әйтеүенсә, улар икенсе идарасы компанияны үҙҙәре һайлағас, элеккеһенең рәйесе мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя, йә беҙҙе һайлайһығыҙ, йә йылыһыҙ ҡалаһығыҙ тип янай. Элекке идарасы компания етәксеһе Рәмил Яппаров ғәйебен танымай. Сөнки йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре хоҡуҡтарына файҙаланып икенсе идарасы ойошманы һайлаған. Халыҡ район хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткән. Бында йорттарға йылы биреү мәсьәләһен күҙәтеүгә алғандар, тик халыҡты тынысландыра алмағандар.Тышта һыуыҡ, ә өйҙәргә вәғәҙә ителгән йылы һаман бирелмәгән. Әле иһә был йортта йәшәүселәргә әйтелгән һүҙҙәргә ышанырға һәм көтөргә генә ҡала.
Шафран ҡасабаһының Курорт урамында 38 ғаиләгә иҫәпләнгән ике торлаҡ йортҡа һаман йылы үтмәгән
Тулыраҡ: Шафран ҡасабаһының Курорт урамында 38 ғаиләгә иҫәпләнгән ике торлаҡ йортҡа һаман йылы үтмәгән