Андреас Энквист һәм Әнүәр Лисин ике шайба индереп юлаевсыларға еңеү килтерҙе. Баш ҡалала күптәнән бындай уйындар булғаны юҡ. Өфө-Арена туп тулы, ултырырға ла урын юҡ һәм юлаевсылар һынатманы. Хужалар беренселәрҙән булып иҫәпте асты. Тәүге шайбаны һөжүмсе Андреас Энгквист индерҙе. Ҡунаҡтар ҙа оҙаҡ көттөрмәне һәм иҫәпте тигеҙләне. Уйын алдынан Салауат Юлаев командаһының баш тренеры Игорь Захаркин күршеләргә сюрприз әҙерләүе тураһында белдергәйне. Ләкин, ул серҙәрен асманы. Уйын көсөргәнешле барҙы, ике команда ла уңышҡа ирешә ала ине. Өфө хоккейсылары сыҙамлыраҡ булып сыҡты һәм икенсе осорҙа алға сыҡты. Өсөнсө осорҙа индерелгән шайбалар булманы, әммә, хоккейсылар ҡағиҙәләрҙе боҙоп, бер нисә тапҡыр штраф минуттары алды. Уйын юлаевсылар файҙаһына 2-1 иҫәбенә тамамланды. Юлаевсылар рәттән дүртенсе еңеү яуланы. Спорт белгестәре билдәләүенсә, Салауат Юлаев клубының баш тренеры алышыныуы команданың уйынында сағылды.Сираттағы уйынын да юлаевсылар үҙ боҙонда уҙғара. Иртәгә Өфөгә Риганан Динамо килә.
Республикабыҙ хоккейсылары Аҡ Барсты еңеп өс мәрәй алды
Тулыраҡ: Республикабыҙ хоккейсылары Аҡ Барсты еңеп өс мәрәй алды