Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Тулыраҡ: Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Әлшәй районында быйыл 2 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, киләсәктә район үҙәгендәге балалар спорт мәктәбенең үҙ боҙ һарайы буласаҡ. Был турала Радий Хәбировтың районға эш сәфәре барышында билдәле булды. Республика Башлығы Рәсәйҙәге тәүге заманса ауыл хужалығы лабораторияһы менән дә танышты. Илдәге иң боронғо колледжда хәҙер ауыл хужаллығы өсөн киләсәк белгестәрен әҙерләйәсәктәр. Бойҙайҙың сифатын, составын, он тартыуға яраҡлымы, юҡмы икәнлеген ошо бәләкәй генә ҡоролма бер нисә секунд эсендә асыҡлай. Бындай заманса ҡоролмалар яңы лабораторияла бихисап.

123 йыллыҡ тарихы булған Аксенов ауыл сәнәғәте колледжы федераль грантҡа эйә булған. Милли проект сиктәрендә декабрь айында Уорлд Скиллс йүнәлеше буйынса йыһазландырылған лаборатория эш башлай. Ул аграр тармаҡ өсөн киләсәк быуын белгестәрен әҙерләргә ярҙам итәсәк ти уҡыу йорто етәкселеге. Ауыл хужалығы район өсөн төп тармаҡтарҙан һанала. Радий Хәбиров Исток кооперативы эше менән танышты. Йүнселдәр халыҡтан һөт йыйыу менән шөғөлләнә. Яҡын арала май, ҡаймаҡ, эремсек етештереү цехын асырға ниәтләй улар. Былтыр ойошма 10 миллион ярымлыҡ дәүләт ярҙамы алған. Шафран ауылында Радий Хәбиров туғандар ҡәберлегенә сәскәләр һалды. Бында 369 Совет һалдаты, шулай уҡ Афған һәм Төнъяҡ Кавказ хәрби бәрелеш ҡорбандары ерләнгәню Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғөбәйҙуллинды Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән тәбрикләп Радий Хәбиров телевизор бүләк итте һәм Өфөлә үтәсәк парадҡа саҡырҙы.

Район үҙәге Раевкала Республика етәксеһе милли көрәш буйынса ярыш барышын ҡараны. Ыласын спорт мәктәбендә 19 йүнәлеш буйынса 1 мең ярымдан ашыу бала шөғөлләнә. Рәсәй ярыштарында еңеүҙәр яулаған Дим хоккей клубы Радий Хәбировтан боҙ һарайы төҙөүҙә ярҙам һораны. Тиҙҙән район үҙәгендә балалар тағы бер спорт төрө менән бушлай шөғөлләнә аласаҡ. 100 йыллыҡҡа 100 объект программаһы буйынса төҙөлгән бассейн март аҙағына үҙ ишектәрен асыр тип көтөлә. “Заманса ҡала мөхите” программаһы буйынса үткән йыл төҙөкләндерелгән паркта ҡарағандан Әлшәйҙәр уҡыусылар өсөн юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү майҙансығын булдырған. Радий Хәбиров был тәжрибәне ыңғай баһаланы. Район хакимиәтендә айырым мөрәжәғәттәр буйынса аныҡ һөйләшеү булды. Дим хоккейсылары өсөн боҙ һарайы буласаҡ тип һәғәҙәләне Радий Хәбиров.