Башҡортостанда 23 йәш ғалим фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса республика грантына лайыҡ булды. Радий Хәбировтың Указына ярашлы хәҙер аспиранттар һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы кимәле бер миллион һум. Фән юлын һайлаған йәштәрҙең ижади әүҙемлеген үҫтереү һәм уларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү маҡсатында республика гранттарына йыл һайын өс тиҫтәгә яҡын йәш ғалим дәғүә итә. Республика йәш ғалимдары химия һәм нефтехимия, физика һәм энергетика, ауыл хужалығы һәм медицина, авиадвигателдәр эшләү тармаҡтары, йәмғиәт һәм иҡтисад өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Башҡорт дәүләт университеты аспиранты Гөлназ Ниғмәтуллина ҡояш энергетикаһы һәм микроэлектроника буйынса фәнни күҙәтеүҙәрҙе студент сағынан алып бара. Грант аҡсаһына иһә ғилми хеҙмәтен артабан дауам итергә ниәтләй.
Йәш ғалимдарға гранттар
Тулыраҡ: Йәш ғалимдарға гранттар