Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Александр Петровтың йыл һайын, уға хәбәр итмәй генә, банктағы аҡсаһын иҫәптән сығаралар. Асыҡланыуынса, ул Салауаттағы колонияла ултырыусы аҙашы өсөн яуап бирә икән. Ошо хеҙмәттәрҙең хатаһын төҙәтеү өсөн Александр Салауат ҡалаһына йыш ҡына йөрөһә лә, был эшкә яңы пристав тотоноуы була — хәл яңынан ҡабатлана.
Аптыраштан, ир кеше адвокат яллай. Был эштә ҙур ғына хата ебәрелгән, сөнки уларҙың исем-шәрифтәре бер үк булһа ла, тыуған көндәре һәм урындары тура килмәй, ти юрист. Арест һалынған аҡсалар ике-өс айҙан һуң ғына ҡайтарыла. Ошо ваҡыт эсендә кешегә ҡытлыҡта йәшәргә тура килә, магазиндарҙа иҫәпләшә алмай, хатта кредитын да түләмәй, пеня йыйыла. Светлананың да картаһынан йыйған аҡсалары юғала башлаған. Псков ҡалаһындағы аҙашының бурыстарын түләгәнен, ул телефонына килгән смс-хәбәр аша ғына белеп ҡала. Фатир һатып алыр өсөн йыйған аҡсаһы тәүге тапҡыр иҫәбенән юҡҡа сыҡҡас, шаҡ ҡатҡан. Тәүге тапҡыр аҡсаларҙы “Хәбәрҙәр”ҙә күрһәтелгән репортаж ярҙамында тиҙ генә ҡайтарҙыҡ, әммә хәбәрселәрҙе даими саҡырып тороп булмай бит инде, ти ҡатын. Өфө районының Ҡамышлы ауылындағы ике ғаилә лә ошондай уҡ хәл ҡабатланған.
Бында йәшәүсе Васильев Владимир Ивановичҡа Мәскәүҙә йәшәүсе аҙашының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Ир үҙенең бурыслы аҙашы бар икәнен тәүге тапҡыр “Жигули” автомобилен иҫәптән төшөрә алмағас белеп ҡала. Һөҙөмтәлә, уны металлоломға ғына тапшыра ала. ВАЗ 2110 маркалы машинаһы менән дә ошондай уҡ хәл була. Өҫтәүенә, дәүләт хеҙмәттәре порталына инеп, 94 мең һумға яҡын бурысты күреү менән Владимир Ивановичтың һаулығы ҡаҡшай. 8 миллион һумға тиклем бурысы булған аҙашы бар икәнен белгәндән бирле күңел тыныслығы юҡ, ти Васильевтар. Төрлө хәлдәр була ҡалһа тип, йорт менән ер бүлемен ҡатынының исеменә яҙҙырғандар. Әммә был алым да бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Сергей Никитин да бындай аҙашлыҡҡа шат түгел. Яңы автомобилгә тип банкка һалып барған уның аҡсаларынан елдәр иҫкән.
Машина алып һөйөнөр урынға ул 90-сы йылда уҡ алған иҫке тимер атын көйләргә мәжбүр. Баҡтиһәң, аҡсалар Волгоград ҡалаһында йәшәгән аҙашының балаһына киткән. Тегеһе алиментын ваҡытында түләмәгән, ә бөтә бәлә Башҡортостандағы Сергейҙың елкәһенә төшә, хатта ғаиләһендә лә ыҙғыштар булып ала. Ҡатыны алимент һүҙе яҙылған хатты алғанын әле лә тыныс ҡына иҫкә төшөрә алмай. 3 балалы ғаилә бер көндә юҡҡа сыға яҙа. Суд ҡарарын башҡарыусылар үҙҙәрендә ғәйеп күрмәй. Беҙ банк биргән мәғлүмәттәр менән генә эш иттек, тип аҡланған. Ә Башҡортотан буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, был башҡарыу эше буйынса закондарҙың камил булмауына бәйле.
Нисек кенә булмаһын, приставтарҙың эшендә бурыслы урынына аҙаштарының ҡармаҡҡа эләгеү осрағы ғәҙәти күренеш. Әлеге мәлдә федераль кимәлдә проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Әммә әлегә бурыслыны исем-фамилияһы аша ғына эҙләйҙәр. Шуға ла күп осраҡта аҙашына барып юлығалар ҙа инде. Әлегә аҡсаларын юғалтҡандарға ҡайтарыу юлы бер: башҡарма эше ҡуҙғатылған суд приставтары хеҙмәтенә хат менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ул хатҡа паспорт, ИНН, СНИЛС кеүек документтарҙың күсермәһен беркетеп ебәреү зарур.