Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет платформа сығыш яһаны. Алиса исемле виртуаль мәғлүмәт ресурсы миҫалында уҡыусыларға тауыш ярҙамсыларының эске төҙөлөшө, тормошта ҡулланылышы, кешенең теге йәки был һорауын үтәр өсөн ниндәй эш башҡарыуы күрһәтелде. “Цифрлы дәресе” проектының әһәмиәтен юғары баһалай ойоштороусылар. Уның төп маҡсаты — уҡыусыларҙы мәғлүмәт технологиялары менән төптән таныштырыу һәм киләсәктә юғары технологиялар һәм программалар яҙыу буйынса уҡырға ниәт итеүселәрҙе билдәләү. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем республиканың бөтә мәктәптәре лә цифрлы дәрес проектында ҡатнашасаҡ.
Цифралы дәрес
Тулыраҡ: Цифралы дәрес