Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы ауылдағы иҫке балалар баҡсаһына йөрөгән, кесеһенә унда урын булмағас, эшкә сығыр ваҡытын кисектереп торорға мәжбүр. Хәҙер инде 17 февралгә тиклем генә. Тап ошо көндән улы балалар баҡсаһына йөрөй башлай. Ата-әсәнән һуң яңы бинаға тәрбиәселәр шат. Гөлнара Яҡупова балалар баҡсаһында һигеҙ йыл эшләй.
Тәүҙә Өфөлә, һуңынан районда тәрбиәсе хеҙмәтендә. Сағыштырыр тәжрибә бар, ти. Яңы бүлмәләрҙә иркен, яҡты, ижад мөмкинлектәре киң. Балалар ғына түгел, педагогтар өсөн дә. Иркенлеккә килгәндә иһә бинаның майҙаны өс мең квадрат метрҙан ашыу. 12 төркөм бүлмәләренән тыш методик кабинеттар, психолог, логопед бүлмәһе, туған тел өйрәнеү кабинеты, медицина блогы, кер йыуыу һәм үтекләү майҙандары, заман талаптары буйынса ҡоролған айырым туҡланыу блогы бар. Балалар өсөн музыка һәм спорт залдары заманса йыһазландырылған. Бында барыһы ла балаларҙың һаулығы һағында. Әлегә бер нисә гөлдән торған мөйөштә оҙаҡламай ҡышҡы баҡса буласаҡ.
Ә спорт залы бәләкәстәр генә түгел ата-әсәне һоҡландырырлыҡ. Кескәй сағыу тренажерҙар, йомшаҡ келәм, физик күнегеү йыһаздары – барыһы ла сәләмәт йәшәү тәртибенә нигеҙ һала. Бәләкәстәрҙең һөйөнөсөн район һәм республика етәкселеге уртаҡлашты. Зубов ауылында йәмғеһе 11 мең кеше йәшәй. Хакимиәт халыҡ уңайлығы өсөн тырышлығын йәлләмәй. Яңы баҡса 260 баланы мәктәпкәсә белем биреү йортонда урын менән тәьмин итте.