Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ әкиәттәре геройҙары йәнле һүрәт булып бәләкәстәрҙе тирә-яҡ мөхит менән таныштыра. Йәнһүрәттәргә тәрбиәүи маҡсаттан тыш тағы ла телде өйрәнеү функцияһы ла һалынған. Циклдың тәүге серияларына төбәктә күпләп йәшәгән халыҡтар — башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш,марый әкиәттәре ингән. Әкиәттәр олатайҙың йоҡо алдынан ейәндәре менән әңгәмәләшеүенә ҡоролған.
Олатай ролендә тексты Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Нәғим Нурғәлин, ә малайҙарҙы күптәр яратып өлгөргән йәш актер Арыҫлан Ҡырымсурин уйнай. Йәнһүрәт сюжеттары шулай ҡоролған — улар аша бәләкәстәр әкиәт геройҙарынан тыш төҫтәр, һандар менән дә таныша ала. Оҙайлы эштең һөҙөмтәһе — кинотеатр залындағы йылмайған йөҙҙәр. Уҡытыусылар иһә, яңы проекттың телде өйрәтеүҙә ҙур ярҙамсы буласағын билдәләй. Йәнһүрәттәрҙе тиҙҙән теләгән һәр кем телевизор аша ҡарай ала.Башҡортостан 24 каналы программаһына ла инә улар.