Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

Тулыраҡ: Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге кәңәшмәһендә әйтелде. Башҡортостандың хәҙер тағы ла бер мөмкинлеге буласаҡ. Республика мосолмандары өсөн Сәғүдә Ғәрәбстан 900 самаһы квота бүлә. Тимәк, Мәккә һәм Мәҙинәгә быйыл ошо сама мосолман юллана. Быға тиклем алданған һәм хажға бара алмай ҡалған 200 самаһы мосолмандың да юл сығымдарын ҡаплау мөмкинлеге барлана. Башҡортостан етәкселеге ошондай ярҙам күрһәтәсәк.