Өфөлә Назаровтар ғаиләһе ял итергә барыу өсөн туристик агентлығына миллионлаған аҡса бирә, әммә юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Республика эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре башланы. Варвара Назарова диңгеҙ күрергә, аҡ ҡомдо тотоп ҡарарға хыяллана. Уның теләген тормошҡа ашырыу өсөн ата-әсәһе интернет киңлектәренән сәйәхәт ҡылырға урын эҙләй башлай. Күп һайланыуҙарҙан һуң, ғаилә Пелопоннес ярымутрауына туҡтала. Ял итеү урыны һайланғас, йәш ғаилә путевка алыр өсөн бынан алда таныш булған һәм йәнәһе лә ышаныслы “Шамбала-тур” компанияһына мөрәжәғәт итә.
Улар диңгеҙ ярында ҡыйбатлы ҡунаҡхана һайлай, һөҙөмтәлә дүрт кеше өсөн ял итеү өс миллион һумға барып баҫа. Ульяна Назарова ҡушылған аҡсаны күсерә, әммә юлға сығыр алдынан электрон почтаһына көтөлмәгән хат ала. Сәйәхәт ҡылыу өсөн бирелгән өс миллион һумды “Шамбала-тур” кире ҡайтарманы, ти Ульяна Назарова. Хәҙер ул компанияға шылтырата ла, уларҙы осрата ла алмай. Тап ошо урында Назаровтар ғаиләһе сәйәхәт итергә билет һатып ала. Әле, күренеүенсә, бында “Шамбала тур” эшләмәй, реклама банерҙары ла алып ташланылған. Билдәле булыуынса, “Шамбала тур” компанияһы путевкаларҙы ошо уҡ магазинда һатҡан.
Әммә Һиндостан әйберҙәре магазины хужаһы әйтеүенсә, улар был тур менән бер ниндәй ҙә бәйләнештә түгел, тик атамалары ғына бер үк. “Шамбала тур” был урындан күптән күсеп китте, тиҙҙән бында икенсе компания эшләй башлаясаҡ, тип белгерттеләр. “Шамбала тур” компанияһы нисә кешене алдағаны билдәле түгел. Әле тикшереү эштәре бара. Әле “Шамбала тур” компанияһы етәкселегенә ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Назаровтар ғаиләһенә иһә ғәйепләнеүселәрҙең тиҙ арала табылып, тейешле яза алырҙарына ышанырға ғына ҡала.