Тормошҡа ашҡан хыял

Тулыраҡ: Тормошҡа ашҡан хыял

Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүсе 8 класс уҡыусыһын үҙенең эш урыны менән таныштырҙы. Елена Казанцеваның хыялы томошҡа ашты. "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында ҡыҙ Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булырға теләүе тураһында яҙған. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында һөйләне. Шулай уҡ Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" китабын, башҡорт оҫталарының ҡул эштәрен бүләк итте, уңыштар теләне. "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы 20 декабрҙән 14 ғинуарға тиклем үтте. Яңы йыл тамашалары барышында балалар теләктәрен ҡағыҙға яҙып, бер сылбыр итеп беркетте. Теләктәрҙең Елена Казанцева яҙғанын республика башлығының ҡатыны Каринэ Хәбирова үтәргә вәғәҙә биргәйне.