Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да аптырауҙа ҡалдырған. Йылытыу өсөн ике түләү килгән, бындай хәл менән беренсегә осрашыуым, ти ханым. Йылытыу өсөн түләүҙе икенсе квитанцияға ла өҫтәгәндәр. Был йортта йәшәүсе башҡа фатир хужалары ла ошондай сәйер хәлгә тарыған.
Ғинуар айына фатир һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн килгән түләү ҡағыҙҙары күптәрҙе шаҡ ҡатырғайны, сөнки йылылыҡ өсөн хаҡ ике квитанцияла билдәләнгән. Халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап эҙләргә тотондо. Клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәгендә бигерәк тә өлкән йәштәгеләр зыҡ ҡуба.... күптәренә ғинуар өсөн икеләтә түләү яҙғандар... аптырауҙа ҡалған халыҡ ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәй... Күптәрҙе йылы һыу өсөн ике ойошмаға, БАШРТС һәм Өфө Һыу каналына түләү борсой. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың береһе – һыуҙы йылытыу, икенсеһе — һыу менән тәъмин итеү өсөн аҡса ала.
Ике хаҡ түләргә мәжбүр булған Өфө халҡы клиенттарҙы хеҙмәтләндереү үҙәктәренән аңлатыу талап итә. Күптәрҙе борсоуға һалған ҙур сумманы, белгестәр яңы ҡанун менән бәйләй, хәҙер йылытыу өсөн түләү ҡулланыуға ҡарап сарыф ителәсәк, йәғни, ҡышын коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн күберәк, йәйен – аҙыраҡ түләнәсәк. Хөкүмәт ҡарары буйынса, хаҡтарҙы билдәләү буйынса эш йылдың беренсе өс айында башҡарылып бөтөргә тейеш. Ошоноң менән йылытыу өсөн өҫтәп түләүҙәр тамамланырға тейеш.