Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

Тулыраҡ: Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ ғәҙеллек эҙләй. Рәфис Дауытов 2014 йылда уҡ ер һатып алған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙ йортонда йәшәргә хыялланған ир, суд тупһаларын тапармын, тип һис тә уйламаған. Ҡурай-тау баҡсасылар ширҡәте М5 трассаһынан 5 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан. Хужалар үҙҙәренең ер биләмәләренә үтә алмай, юл күптән таҙартылмай.

400 бүлем хужаһы хәҙер төҙөлөш эштәрен башлай алмай. Ер биләмәләрен һатҡан “Өфөградстрой” компанияһы үҙен банкрот, тип иғлан иткән. Шулай ҙа бер нисә ер хужаһы ҙур йорттар һалып өлгөргән. Ҡурайтау баҡсасылар ширҡәтенә юл юҡ. Йорт хужалары көрт аша көн дә тиерлек өйҙәрен килеп ҡарап китергә мәжбүр.

Хәбәрсе. Әҙер йорттарҙың тәҙрәләре, ишектәре, хатта өй эсендәге әйберҙәр урлана. Ҡәүһәр Вәлинуров йәйәүләп эштән ял көндәрендә өйөн һаҡларға килә, сөнки төҙөлөш материалдарынан тыш, йортҡа шәхси әйберҙәр ҙә күсерелгән. Тиҫтәләгән ғаиләләргә ҡуртымға алынған фатирҙарҙа йәшәргә тура килә. Участоктар тәүҙә баҡсасылыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән булһа, йыл ярымдан һуң документтарҙың ялғанлығы асыҡлана. 50 га ер Рус Юрмашы ауыл советы биләмәһенә инә. Алданған халыҡ хакимиәт тупһаларын көн дә тиерлек тапай, әммә ыңғай яуап юҡ. Йәшелсә үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәргә теләгән халыҡ һатып алған ерҙәрендә бесән үҫтерергә тейеш.

Ә дөрөҫ ҡулланмаған өсөн штраф һалына, йәйен бәрәңге сәскәндәргә хәҙер 10 мең һум түләргә тура килә. Был хәл беренсе тапҡыр ғына осрамай. Беҙҙең телеканал алданған милекселәр хаҡында сюжет төшөрөп күрһәткәйне. Билдәле булыуынса, Булгаков баҡсалары, Автомобилист, Престиж коттедж ҡасабаларында суд тикшереүҙәре дауам итә. Рус Юрмашы ауыл советындағы ваҡиға менән прокуратура шөғөлләнә. Ер һатып алыусыларға дәғүә юҡ, тип билдәләй прокуратура. Беренсе суд ултырышы күсерелгән, алданыусыларҙы алда суд ултырыштары көтә.