Ысынмы – ялғанмы. Дарыу әйләнешендә сифаты шикле өлгөләр осраған мәлдә был урынлы һорау. Һәр әсә сирләп киткән балаһын тиҙерәк һауыҡтырырға ашыға. Табип кәңәш иткән дарыуҙарҙың тейеш миҡдарҙа ҡабул ителеүен күҙәтә. Өфөлә йәшәүсе Светлана Бикмәтова өс йәшлек ҡыҙы Каринаны танылған дарыу менән бер нисә көн дауалағандан һуң, хәле яҡшырмағас, препараттың сифатында шикләнә башлай. Һауыҡтырыу вәғәҙә иткән дарыуҙан фәтүә күрмәгән сирлеләр Рәсәй һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеген күҙәтеүсе ойошмаға яҙма ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Тик ялыуҙарҙы был ысул менән хәл итеү оҙайлы һәм ҡатмарлы. Ул тикшереүҙә ауырыуға дарыу яҙған табиптан алып дарыуҙы етештергән предприятие белгестәренә тиклем ҡатнашып, аныҡ һөҙөмтәләр нигеҙендә, ҡарар сығарылырға тейеш. Теләгән бер сирле дарыуға баһа бирә алмай, ти инспекторҙар. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен күҙәтеүсе ойошманың Ҡазанда урынлашҡан мәғлүмәт-методика үҙәге Волга буйы федераль округы биләмәһендә медицина ҡулланышы сараларына анализ яһау, уларҙы иҫәпкә алыу, экспертиза үткәреү һәм дарыуҙар әйләнешен күҙәтеү буйынса даими тикшереүҙәр алып барыусы берҙән-бер дәүләт ойошмаһы. Тап уның белгестәре ошо көндәрҙә Өфө дарыуханаларында дарыуҙар сифатын тикшерә. Ялған дарыуҙар табылғаны юҡ, ти белгестәр. Ә дарыу етештереүсе предприятие хеҙмәткәрҙәре дауалау саралары әҙерләүҙә ҡулланылған сеймал өлгөләрендә кәмселектәр осрай, тип белдерә. Шуға ла Өфөнөң Иммунопрепарат берекмәһендә тауар сифаты беренсе урында тора. Иммунопрепаратта асылған өр яңы лаборатория етештереү барышын сеймал кимәленән әҙер дарыу сығарғансы ентекләп тикшерә. Тауар сифатына ҡағылышлы хәүефтәрҙе иҫкәртеү өсөн белгестәр заманса йыһаздар ҡуллана. Дарыу етештереүсе предприятиелар кеүек үк дарыу һатыусы ойошмалар ҙа юғары сифат яҡлы. Һатып алыусылар иһә дауаны күп осраҡта хаҡына ҡарап һайларға мәжбүр. Арзанға алданып сәләмәтлеккә зарар килтермәҫ өсөн ышаныслы дарыуханаларҙан сифатлы тауар алырға тигән кәңәш ярҙам итер, тип ышанаһы ҡала.Ялған дауа сараларынан һаҡланыу өсөн дарыу сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса дәүләт эшмәкәрлегенә ышаныу ғына аҙ. Үҙебеҙгә лә уяу булыу мөһим. Дарыу алғанда уның һауытына, яраҡлы ваҡытына, етештереүсе тураһындағы мәғлүмәттәргә иғтибар итергә кәрәк. Шик осрағында үҙебеҙ генә түгел, башҡаларҙы да ҡурҡыныс хәлдән ҡурсалауыбыҙ ихтимал.
Республика ал дарыуҙар сифатын тикшереү лабораторияһы асылды
Тулыраҡ: Республика ал дарыуҙар сифатын тикшереү лабораторияһы асылды