Бөгөн Өфөгә район-ҡалаларҙан хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар килә башланы. Республика хәрби комиссариатында улар медицина тикшереүе үтә, документтарын барлай. 23 октябрҙә егеттәрҙе хәрби частәргә оҙатыу ҡарала. 140 кеше көнбайыш хәрби округына ебәреләсәк.Быйыл егеттәр яңы форма менән тәьмин ителә. Улар ғәскәр төрөнә ҡарап төҫ буйынса айырыла. Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 6 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ.
Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш дауам итә
Тулыраҡ: Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш дауам итә