Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт академия драма театрында Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының хәтер кисәһе үтте. Унда республикабыҙҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре, йәмәғәтселек вәкилдәре, уның уҡыусылары ҡатнашты. Рәсимә Ураҡсина 2002-се йылда театр өсөн Мәскәүгә Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһына уҡытырға ебәрелгән махсус курстың етәксеһе ине. Хәтер кисәһен ойоштороусылар ҙа тап щепкинсылар. Шулай уҡ, сарала шағирәнең 65 йыллығына арнап сығарылған «Тыуған ерем — торған ерем» тигән йыйынтыҡтың исем туйы ла үтте.
Рәсимә Ураҡсинаға ошо көндәрҙә 65 йәш тулған булыр ине
Тулыраҡ: Рәсимә Ураҡсинаға ошо көндәрҙә 65 йәш тулған булыр ине