Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде

Тулыраҡ: Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде. Ғинуарҙа сәнәғәт етештереүе индексы 102 процентҡа еткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, яуланған үрҙәрҙә генә туҡталып ҡалырға ярамай, мөһим күрһәткестәрҙе арттырыу өсөн тағы ла тырышырға кәрәк. Республиканың көндәлек тормошо ғына түгел, ә стратегик мәсьәләләр. Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә башҡортостан өсөн мөһим мәсьәләләр сығарылғайны. Мәҫәлән, “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты”. Ул мәғариф системаһындағы иң ауыр проблема – сабыйҙарҙы балалар баҡсаһына урынлаштырыуҙа ярҙам итергә тейеш.

Стәрлетамаҡ тәжрибәһе менән бөгөнгә 210 ғаилә ҡулланған. Сертификаттарҙың ыңғай яғы ла юҡ түгел. Проект иҡтисади яҡтан һөҙөмтәле. Программаға ҡушылырға теләгән район һәм ҡалаларҙың артыуы ла ошоға миҫал. Сертификат менән уҙғарылған тәжрибәнең ентекле һөҙөмтәһе май аҙағында иғлан ителә. Документ дәүләт трафынан шәхси хеҙмәт һатып алыуға нигеҙ. Тимәк, йүнселлеккә үҫеш мөмкинлеге бирелә. Мәғариф системаһы ғына түгел, ә юл тармағына айырым иғтибар кәрәк. Республика башлығы ошо турала белдерә. Яҙ башынан төбәктә юлдарҙы яңыртыу, күперҙәр һалыуға тотонасаҡтар. Был өлкәгә Башҡортостан һәм Рәсәй ҡаҙнаһынан 19 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Сумманың иң ҙур өлөшө трассаларҙы ремонтлауға йүнәлтелә. Заманса транспорт һатып алыу, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау, күперҙәрҙе ремотлау менән бер рәттән, Башҡортостан трассаларҙы яңыртыу өсөн сеймалды үҙендә эҙләргә тейеш. Быйыл, мәҫәлән, “Тыуған урам” программаһына өмөт ҙур.

Башҡортостан граждандарҙың именлеген социаль страховкалау фонды ярҙамында ла нығыта. Түләүҙәр менән берлектә яңылыҡтар ҙа булырға тейеш. Ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек ҡағыҙын электрон форматта ҡулланыу ғына түгел, ә анализдарҙы ла ошондай ысулдар менән тапшырыу кәрәк. Башҡортостандың башҡарма власть органдары вәкилдәренә сит илдәргә командировкаларға барыуҙы сикләүҙәре ихтимал. Республика етәксеһе дәүләт аҡсаларын бушҡа туҙҙырыуҙы ситен тип иҫәпләй. Дүшәмбе кәңәшмәһендә аграр сектор ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уңыштарҙың береһе Миәкәләге һөт кобинатының ҡайтанан асылыуы. Етешһеҙлектәр иһә Мәләүез шәкәр заводының ябылыуы. Радий Хәбиров Мәләүезгә ярҙам итеү юлдарын барларға ҡушты.