Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһында заман талаптарына яуап биргән яңы лаборатория асылды. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Анализдарҙы тиҙҙән элекке кеүек сиратта тормайынса тапшырырға мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәләр электрон почта аша пациентҡа, йә иһә табипҡа йүнәлтелә. Лаборатория баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк, унда алты поликлиникала тапшырылған анализдарҙы килтереү ҡаралған. Йүнәлтмәләге штрих-код ярҙамында пациентҡа ниндәй анализдар тапшырыу кәрәклеге компьютерҙа күренә.
Дөйөм тикшереүҙән тыш, онкомаркер, биохимия, гормондарға айырым пробиркалар билдәләнгән. Бар эштәр ҙә электрон форматта башҡарыла. Табиптар әйтеүенсә, лабораторияла бер белгескә 30 мең, ә үҙәкләштерелгән лабораторияларҙа – 85 мең тикшереү тура килә. Шулай итеп, яңы технологиялар эште тиҙләтергә һәм уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итергә ярҙам итә.
Табиптар әйтеүенсә, был үҙгәрештәр халыҡҡа уңайлыраҡ булһын өсөн эшләнә. Үҙәкләштерелгән лаборатория хеҙмәттәре илдең 29 төбәгендә асылған. Күләмле проектта Өфөләге 13-сө клиник дауахананан тыш, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы ла ҡатнаша.Диагнозды дөрөҫ ҡуйыуҙың 80 проценты анализды теүәл тикшереүҙән тора, яңы ҡорамалдар ярҙамында хаталар ҙа китмәй, ти белгестәр. Был ҡоролма бер сәғәт эсендә 1200 анализ эшләй ала. Бер үк ваҡытта 60 төрлө күрһәтмә әҙер була. Киләсәктә бер ыңғай 5000 төрлө анализ әҙерләй торған ҡоролма ла урынлаштырыласаҡ, ти белгестәр.