Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Тулыраҡ: Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп һатып алыусылар ҙа бар. Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ битлек һаҡламдары һатыла. Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә битлектәргә бөтөнләй ҡытлыҡ. Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән тикшереүҙәрҙең тәүге һөҙөмтәһе ошо. Был әлбиттә, донъяла коронавирус таралыуы менән дә туранан-тура бәйле. Һәр өсөнсө кеше битлектәр һорап инә, ти дарыухана хеҙмәткәрҙәре. Ябай һаҡланыу саралары уйламағанда иң популяр тауарҙар исемлегенә инде.

Аптырайһы түгел. Рәсәйҙә грипп эпидемияһы, тотош донъяла коронавирус сире ҡотора. Көсөргәнешле хәлдән файҙаланып, аҡса эшләргә күнеккән йүнселдәр мөмкинлекте ҡулдарынан ысҡындырмай. Битлектәргә ихтыяж артҡандан алып, уға хаҡтарҙы ла ҡырҡа күтәрҙе дарыуханалар. Үҙәк сығанаҡтар яҙыуынса, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә битлектәргә хаҡ 25-30 процентҡа артҡан. Ил президенты Владимир Путин шунда уҡ үҙ ризаһыҙлығын белдерҙе һәм донъялағы хәлде үҙ файҙаһына бороусы ойошмаларҙың лицензияһын ғәмәлдән сығарыуҙы талап итте.Медицина битлектәре хәҙер гәзит-журнал кибеттәрендә лә, хатта сауҙа үҙәктәрендә лә һатыла.

Битлектәр йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлегенә инмәй, шуға ла хаҡтар ҙа уға дәүләт тарафынан көйләнмәй, ти Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе. Шулай ҙа самаһыҙ рәүештә хаҡтарҙы күтәргән дарыуханалар һәм етештереүселәр тейешле язаһын алыр, тип иҫкәртә. Республикала, тотош илдәге кеүек үк, медицина битлектәрен һатыу күләме шаҡтай артҡан. Әммә яһалма рәүештә уларға үтә лә юғары хаҡ ҡуйыу осраҡтары әлегә теркәлмәгән. Шулай уҡ битлектәргә ҡытлыҡ та күҙәтелмәй. Эре дауахана селтәрҙәрендә битлеккә хаҡ ун һумдан ашмай.Дәүләт ҡарамағындағы дарыуханаларҙа иһә хаҡтар тотороҡло һаҡлана. Эпидемияға тиклем дә, әлеге ваҡытта ла битлектәр уртаса 4-8 һум тора.