Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

Тулыраҡ: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө станоктарҙа ҡалаҡтар,тәрилкәләр, йәтеш ҡумталар, паннолар эшләнә. Артабан уларға Ирина Первушина төҫ бирә.Ағас шулай малахит, йәшмә, лазурит йә мәрмәр һүрәтен ала. Эслеген әҙерләп йәбештергәндән һуң улар ҡотлау папкаларына әйләнә. Әҙер булғанға тиклем һәр сувенир ике тиҫтәләп этап аша үтә.

Шуларҙың береһе — биҙәү. Гөлмирә Исмәғилева биҙәгән был ҡотлау папкаһын Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгәндә ветерандарҙың береһенә бүләк итәсәктәр. Рәссам бумалаһынан төшкән һәр биҙәкте йөрәге аша үткәрә, үҙ яҙмышында ла һуғыш эҙемтәләрен кисергән сөнки. Миңлеғәле Шайморатов һәм уның кавалеристары менән бәйле эскиздар әҙер. Улар ҙа тиҙҙән панноларҙа, сувенир тәрилкәләр, значок, магниттарҙа урын аласаҡ.Һәр рәссам үҙ алымын ҡулланып ижад итә. Был картинаны эшләү өсөн Кирилл Поляков, мәҫәлән, фотоларҙы башта үтә күренмәле материалға күсереп ала. Тағы ла бер йәш рәссам Регина Кәлимуллина иһә планшет аша тура компьютерҙа эскиз төҙөй.

Ә күптән эшләгән тәжрибәле рәссамдар ҡәләмгә тоғро ҡалған.Бөйөк Ватан һуғышы тематикаһы башҡорт әҙәбиәтендә киң сағылыш тапҡан. Ағиҙел рәссамдары әҙерләгән өлгөләр араһында әҫәр өҙөктәренә һүрәтләмәләр ҙә бар.Әҙер һүрәттәр артабан икенсе рәссамдар ҡулына эләгә һәм күпләп күсермәләр төшөрөлә.Ә ҡулланыусылар әҙер сувенирҙы 6 ҡат лак ҡаплағандан һуң ғына ҡулына ала.