Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Тулыраҡ: Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы студенттарға кәңәштәрен еткерҙе, үҙҙәренең шиғырҙарын һөйләне. “Шоңҡар” ижади берләшмәһенең етәксеһе әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа төрлө яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән тупланған әҙәби йыйынтыҡты өс ай һайын сығарып тороу күҙ уңында тотола. Йыйынтыҡта шиғриәттән тыш, сәсмә әҫәрҙәр, публицистика, әҙәби тәнҡит һәм рецензиялар ҙа буласаҡ.