Өфөлә инвалид балаһын реабилитация үҙәгенә алып килгән иргә автомобилен тейешле урынға ҡуймаған өсөн штраф яҙғандар. Ә водитель, үҙ сиратында, медицина учреждениелары янында транспорт ҡалдырырға майҙансыҡтар юҡ һәм юлдар таҙартылмаған, тип зарлана. Артур Ғәлиевҡа мөмкинлектәре сикләнгән балаһын реабилитация үҙәгенә алып кереп сыҡҡансы, штраф тураһындағы ҡағыҙ ҡалдырып киткәндәр. Асыҡланыуынса, ул үҙе лә белмәҫтән, машинаһын хужалыҡ майҙансығында ҡалдырған. Әммә автомобиль ҡуйырға башҡа урын юҡ ине, ти ул.
Медицина учреждениелары янында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә машина ҡуйыу урындарының аҙ, йәки бөтөнләй булмауы ғәҙәти күренеш. Булған осраҡта ла, уларҙы башҡа автоһәүәҫкәрҙәр алып бөтә. Мәҫәлән, Өфөнөң беренсе поликлиникаһы янындағы туҡталҡала шундай күренеште күҙәтергә мөмкин. Пушкин урамында урынлашҡан Күҙ ауырыуҙары институты бинаһы эргәһендә лә ошондай уҡ хәл.
Машиналар өҫтө-өҫтөнә тора тиергә мөмкин. Ысынлап та, мөмкинлектәре сикләнгән, хәрәкәттәр ауыр бирелгән, сирләгән кешеләргә ҡыйынға тура килә. Әгәр ҙә улар машиналарын йыраҡта ҡалдырһалар, бигерәк тә, ҡышын, көрт аша дауаханаға барып та етә алмайҙар. Ә транспортты медицина учреждениеһына яҡыныраҡ ҡалдырһалар, ҡағиҙәләрҙе боҙорға тура килә. Был осраҡта уларға штраф яҙыуҙары һәм хатта машиналарын эвакуацияуҙары мөмкин.
Водителдәр әйтеүенсә, әгәр ҙә юл буйы ҡарҙан ваҡытында таҙартылған булһа, машина ҡуйырға урындар күберәк булыр ине. Әммә коммуналь хеҙмәттәр кире фекерҙә.Ошолай өҙлөкһөҙ әйләнеш барлыҡҡа килә: юл буйында көрт булғанға транспортты ҡуйырға урын юҡ, ә ҡарҙы алып сығырҙар ине — машиналар ҡамасаулай. Ҡайһы бер водителдәр хатта телефон номерҙарын да ҡалдырмай. Тап шундайҙар арҡаһында юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар өйөмдәре ятып ҡала. Юлдарҙағы тәртипте күҙәтер өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары махсус рейдҡа сыға.Ҡар өйөмдәре булған ерҙә юл тарая һәм машиналар хәрәкәте ҡатмарлана.
Бындай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн инспекторҙар коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫкәртеп, акт төҙөй. Йыл башынан алып бер ай эсендә генә 4 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙы һәм парковкаларҙы ҡарҙан таҙартыу эше тәүлек әйләнәһенә алып барыла. Төп эштәр, башлыса, төнгө ваҡытҡа ҡалдырылһа ла, көндөҙ ҙә туҡтатылмай. Ҡамасаулаған автомобилдәр ваҡытлыса ғына икенсе урынға күсерелеп тора. Тимәк, киләсәктә парковкаларға бәйле мәсьәләләр хәл ителер, тип көтөлә.