Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы 2019 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте. Киңәйтелгән коллегия ултырышында төбәктәге криминоген хәл даими ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡала, тип баһаланды. Тәфтишселәр үткән йылда енәйәт асыҡлау күрһәткесен 94,1 процентҡа еткергән. Был иһә Эске эштәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, башҡа ведомство оператив хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Республика башлығы тәфтиш идаралығының эшен ыңғай баһаланы. Оператив хеҙмәткәрҙәр коррупцияға ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара.
Һөҙөмтәлә ҡаҙнаға миллиардлаған һум аҡса ҡайтарыла. Радий Хәбиров тәфтишселәрҙе республикала экстремизм һәм терроризмды иҫкәртеү сараларын күрергә, быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналар барышында һәм Бөтә донъя фольклориадаһы көндәрендә йәмәғәт тәртибен һаҡлап республика халҡы һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеп кенә ҡалмай, Башҡортостандың инвестициялар өсөн имен һәм уңайлы төбәк икәнен танытырға булышлыҡ итергә саҡырҙы.