Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр араһында керлинг буйынса чемпионат үтте. Боҙ майҙансығын һәм был спорт ярышының төп ҡоралы-йоморо ташты улар үҙҙәре эшләгән. Әйткәндәй, колонияла бындай ярыш беренсегә уҙғарылды. Хөкөм ителеүсе Алексей Матюшонокка станок эше күптән таныш. Әле оҫта керлинг өсөн кәрәк булған уйын ҡоралы – йоморо ташты ла үҙ ҡулдары менән эшләй. Уның формаһы түңәрәк, ә аҫты шыма булырға тейеш.Йомро таш эшләү өсөн яҡынса ике сәғәт ваҡыт талап ителә. Колонияла керлинг уйыны өсөн тимерҙе граниттан түгел, ә ҡоростан эшләйҙәр.
Уның ауырлығы 19 килограмм.Керлинг уйынын беренселәрҙән булып кем башлай тигән һорауға һауаға аҡса ырғытып асыҡлайҙар. Йәрәбә һалыу барышы колония етәкселәре күҙәтеүендә башҡарыла. Уйында бөтәһе алты команда көс һынаша, шуларҙың өсәүһе финалға сыҡты. Уйындың ҡағиҙәләре буйынса, таш шыуып сәпкә барып етергә тейеш. Бының өсөн команда ағзалары щеткалар ярҙамында уға йүнәлеш билдәләй, тиҙлеген арттыра, йә кәметә.Түңәрәк эсендә ниндәй команданың тимере күберәк-шул еңеүсе.Керлинг уйыны үҙенә күрә ябай, артыҡ көсөргәнеш талап ителмәй, ти ҡатнашыусылар.
Әйткәндәй, боҙ майҙансығын да хөкөм ителеүселәр үҙҙәре эшләгән.Колонияла спорт ярыштары һәр ваҡыт уҙғарылып тора, ти хеҙмәткәрҙәр. Бигерәк тә, футбол, волейбол, шахмат буйынса ярыштар иң көтөп алынғаны.Керлинг уйыны яҡынса бер сәғәт дауам итте. Мәрәйҙәр һаналып, еңеүселәр билдәләнде. Беренсе урынды яуласы командаға иң ҙур торт бүләк ителде.