Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Тулыраҡ: Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика һәм илдең төрлө төбәктәренә хеҙмәт фронтына юллана. Республикала студент отрядтарының 10 штабы 7 проект буйынса эшләй. Һөнәри байрам уңайынан ойошторолған тантанала студент отрядтары ағзалары ғына түгел, ә был йәштәр хәрәкәтенең ветерандары ла ихлас ҡатнашты.

Республика башлығы студент йылдарында Башҡорт дәүләт университеты студент отряды командиры сағындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып бөгөнгө йәштәргә теләктәрен еткерҙе.Студент отрядтары сафында ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәр Республика башлығы ҡулынан Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын алды. Студент отрядтары ветерандары исеменән Радий Хәбиров та иҫтәлекле билдәгә лайыҡ булды. Торатау конгрес-холында ойошманың эш йүнәлештәре буйынса йәрминкә лә ойошторолдо.