Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Тулыраҡ: Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль дәүләт статистика хеҙмәте һайлай һәм уҡыта.Ҡатнашыусыларҙың һаны «Иҫәп алыу волонтерҙары» проектын 2020 йылдың күләмле ирекмәнлек проекты тип атарға мөмкинлек бирә. Белгестәр билдәләүенсә, һәр ҡалала һәм районда халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенә күрә үҙенсәлеге, айырылып торған яғы бар.

Өфө өсөн был, тәү сиратта, биләмә ҙурлығы һәм ҡала составында 20-нән ашыу ауылдың һәм коттедж ҡасабаларының булыуы. Өфөлә кеше фатирында ваҡытлыса йәшәүселәрҙең күплеге лә билдәле ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Белгестәр билдәләүенсә, халыҡтан йыйылған бар мәғлүмәт ситкә таралмаясаҡ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу быйыл 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем дауам итә.