Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Тулыраҡ: Шул уҡ ваҡытта республикала һауа торошо киҫкен һаҡлана

Өсөнсө көн республиканың байтаҡ райондарында буран күтәрелеп, ҡар яуа. Юлдарҙа авариялар һаны ҡырҡа артты, Өфөлә тығындар 9 баллға етә. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Ҡыштың һуңғы айынан тағы нимә көтөргә?

Хәлисә Шайморатова ҡыштың үткәнен түҙемһеҙлек менән көтә. Бер йылыта, бер һыуыта, бер бураны менән йонсота, ҡарлы көндәрҙә оло кешегә тышҡа сығыуы ла хәүефле, тип зарлана ҡатын. Элек-электән февраль үҙенең ыжғыр бурандары һәм йонсоу көндәре менән билдәле. Быйыл да ул уҙенең ” ике йөҙлөлөгө” менән аптырата. Аҙна башынан алып епшек ҡар яуа, айырым райондарҙа буран уйнай. Торлаҡ хужалығы көсәйтелгән режимда эшләй. Әлеге ваҡытта Өфө урамдарында ҡар таҙартыуҙға 1300-ҙән ашыу кеше һәм 500-гә яҡын берәмек техника йәлеп ителгән. Көнөнә ҡала урамдарынан ғына 700, юлдарҙан 30 мең кубометр ҡар сығарыла. Эш күп, әммә беҙ уны планлы рәүештә башҡарырға тырышабыҙ, ти торлаҡ хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы төбәктә көслө ел сығасағы тураһында алдан иҫкәрткәйне. Көслө буран сәбәпле Өфө-Инйәр-Белорет юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнгәйне, әлеге ваҡытта скләү алынған. Рнспублика юлдарын ҡарҙан таҙартыуға 822 техника берәмеге йәлеп ителгән. Федераль трассаларҙа ла хеҙмәтләндереү штатҡа ярашлы башҡарыла. Әлеге ваҡытта федераль юлдарҙа 120 техника берәмеге эшләй. Юлдарҙағы хәүефле участкаларға өҫтәмә махсус техника йүнәлтелгән.

Бөгөн республикала артабан да епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы көтөлә, юлдарға көрт һалыуы ихтимал. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы төндәрен һәм иртән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы тураһында иҫкәртә. Шуға ла Юлға сыҡҡанда мотлаҡ һауа шарттарын иҫәпкә алырға саҡыра. Һаман да һауа торошон республикала төнъяҡ атлантик циклон билдәләй, шуға күрә ваҡыты менән төрлө интенсив ҡар, епшек ҡар яуа, ямғыр менән ҡар күҙәтелә, урыны менән боҙлауыҡ.төннә урыны менән буран һаҡлана. Елдең тиҙлеге 15-20 метр секундына. Һауа температураһы норманан 10-12 градус юғарыраҡ күҙәтелә..

Шулай ҙа, ҡар-бураны оҙаҡ йонсотмаҫ. Башгидромет фараздарына ярашлы, аҙнаның икенсе яртыһында атмосфера баҫымы күтәрелә башлар, һөҙөмтәлә, яуым-төшөм дә яйлап кәмер. Һауа температураһы 21 февральгә аяҙ ваҡыттарҙа 4-9 градус һалҡын, көндөҙ 1 градус йылы, 4 градус һалҡын көтөлә. Март айында иһә яуым-төшөмдөң ғәҙәттәгенән кәмерәк булыуы күҙаллана.