Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Тулыраҡ: Башҡортостанда 50 ҡатын “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республика Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров уларҙы “донъяла иң бәхетле кешеләр”, — тип баһаланы. Сәйәсәт менән шөғөлләнәме, ижад итәме, сәнәғәтте алға алып барамы һәр кем һәр саҡ йөрәгендә әсә йөҙөн йөрөтә, әсәһен йылы һүҙ һәм нескә хистәр менән иҫкә ала. Күп балалы әсәләргә хөрмәт һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү республика социаль сәйәсәтенең өҫтөн йүнәлештәренең береһе. Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә “Демография” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә әсәләргә айырым иғтибар йүнәлтелде. Башҡортостанда ғаилә һәм балалар үҫеше өсөн байтаҡ саралар күрелә. Быйыл ғына ике тиҫтәләп мәктәп һәм балалар баҡсалары, ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары, мәҙәниәт йорттары, ҡалаларҙа ихата-парк-скверҙар төҙөкләндерелде. 2024 йылға тиклем яңы социаль объекттар һанын 700-гә еткереү көтөлә, тине Андрей Назаров.

Премьер министрҙың беренсе урынбаҫары ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалын алған күп балалы әсәләр араһында Күгәрсен районы Исем ауылында йәшәгән Гөлнара Ғәликәева ла бар. Тормош иптәше Фәрит Хәлит улы менән ике ҡыҙ, өс ул тәрбиәләйҙәр. Әле алтынсы сабыйҙарын көтәләр. Балаларҙың һәр береһе һөйөклө һәм ҡәҙерле ти әсә кеше.