ДОМ.РФ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан 3-сө бала тыуғанда ипотеканы ҡаплауға бирелә торған дәүләт ярҙамын алыусылар һаны буйынса, әле — Мәскәү өлкәһенән ҡала икенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙән Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам программаһы эшләй. Уға ярашлы, 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө бала тыуған осраҡта ипотеканы өлөшләтә ҡаплауға 450 мең һум бирелә.