Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды.
Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан — ул һәр саҡ байрам!» Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Улы менән берлектә имтихан тоторға ул Сибайҙан килеп еткән. Данир Ғәйнуллин да ҡыҙының кисерештәрен уртаҡлашырға теләй. Һуңғы тапҡыр 27 йыл элек имтихан тапшырған. Бер аҙ әҙерләнергә, хәтер һандығын барларға тура килде, ти ул.
Башҡортостан муниципалитеттары «Ата-әсәләр менән бергә БДИ тапшырыу көнө» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сараны мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойоштора. Ул быйыл 4-се тапҡыр үтә. Парта артына күҙәтеү органдары ағзалары ла ултыра.
Барыһы ла ысынбарлыҡҡа тап килә. Ата-әсәләр бөтә имтихан процедураларын үҙҙәре үтә: теркәлә, бланктар тултыра. Дәүләт имтиханында нисек контроль алып барылғанын, имтихан материалдары нисек баҫылғанын һәм эшкәртелгәнен үҙ күҙҙәре менән күрәсәк.
Дөйөм аңлатма алғандан һуң һәр кем үҙ аудиторияһына табан юлланды. Иң беренсе гаджеттарҙы ҡалдырабыҙ. Уларҙан файҙа булмаясаҡ, сөнки класстарҙа телефон сигналын баҫыусы ҡоролмалар эшләй. Бүлмәләр видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Былар барыһы ла уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәм уңайлылығы өсөн.
Һынау башланыр алдынан ғына диск асылып, принтерҙан контроль-үлсәү материалдары сығарыла. Тик ваҡыт яғы ғына сиклерәк, эшлекле уйын формаһындағы имтихан 40 минут ҡына бара. Тарих фәненән белем кимәлен Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин да тикшереп ҡараны. Ҡатмарлы һынау, тигән һығымта яһаны ул.
Уйын аҙағында һөҙөмтәләрҙе бирелгән ҡағыҙҙар буйынса үҙең тикшереп, билдә алаһың. Эшлекле уйында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡәнәғәт. Ни тиһәң дә был имтихандың ябайлаштырылған ысулы. Ә сара уҡыусыларҙы имтиханға әҙерләүҙә ата-әсәләрҙең ролен әүҙемләштереү йәһәтенән мөһим.