75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль комплекс янында митингтар ойошторола. Акцияла урта һәм өлкән йәштәге, физик әҙерлеге булған кешеләр ҡатнаша ала. Саңғы походы мәнен тәжрибәле туристар етәкселек итә.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола
Тулыраҡ: Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола