Йәш быуынға өлгө

Тулыраҡ: Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята.

Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә саңғының беренсе тапҡыр күргәнен әлегеләй хәтерләй, 70 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән, ти ул.

Бәләкәй сағынан күнеккән ғәҙәт уның йәшәү рәүешенә әйләнә. Наил Яушев Өфө приборҙар эшләү заводында программист, инженер булып 40 йылдан ашыу эшләй. Заводтың мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, йыш ҡына ойошмалар араһында саңғысылар турнирында завод командаһы алдынғы урындарҙы яулай. Үҙенең хеҙмәттәштәрен спорт менән ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында сәләмәт йәшәү рәүеше тураһында завод гәзиттәрендә статьялар баҫтыра һәм уның байтаҡ шиғырҙары ла гәзит биттәрендә урын ала.

Наил Яушев ейәнсәренә спорт уңыш яулау өсөн түгел, ә сәләмәт йәшәү өсөн кәрәклеген аңлата. Софьяны 6 йәшендә үҙе менән саңғыла бергә йөрөргә алып сыға башлай.

Оҙаҡ паркка барып саңғыла шыумай торһаң, күңелгә ҡыйын булып тора, ти Наил Ғәни улы. Ниндәй генә һауа торошо булмаһын саңғы шыуыҙан бер ҡасан да баш тартмай. Наил Ғәни улының хәләл ефете Гөлсира Мөбәрәк ҡыҙы ла саңғыла 75 йәшкә тиклем йөрөй, һуңғы йылдарҙа ғына ҡатмарлашты, ти ул.

Спорттың был төрө менән шөғөлләнеүселәрҙең кәүҙәһе һәр саҡ формала, шулай уҡ саңғы шыуыу – тын юлдары өсөн дә файҙалы, аяҡ һәм ҡулдар ҙа көслө була, ти Наил Ғәни улы. 84 йәшлек саңғысы артынан ҡыуып етерлек түгел. Көнөнә ул 15 км арауыҡты үтә ала..

Йыл һайын саңғысылар ярышында ҡатнашыу Наил Яушев өсөн йолаға әүерелгән. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Рәсәй саңғыһы” ярышында саңғысылар менән осрашып, аралашып үҙенә тағы ла дәрт алып ҡайтты. 38-се уҙышта бөтә республикананан 10 меңдән ашыу мәктәп, юғары уҡыу йорто, спорт секциялары тәрбиәләнеүселәре һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ иткән йәше лә, олоһо ла ҡатнашты. Ә Наил Яушев улар араһында иң өлкән саңғысыларҙың береһе һәм йәш-елкенсәк өсөн өлгө булып тора.