Өфөлә ҡыҙ баланы көсләргә маташыусы енәйәтсе ҡулға алынды

Тулыраҡ: Өфөлә ҡыҙ баланы көсләргә маташыусы енәйәтсе ҡулға алынды

Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсе, Өфө ҡалаһында йәшәүсе 1971 йылғы ир булып сыға. Быға тиклем ул кеше үлтергән өсөн хөкөм ителгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 октябрь көнө Сипайлово биҫтәһендә ир кеше бысаҡ менән янап 17 йәшлек ҡыҙға һөжүм итә һәм уны көсләргә теләй. Бәхеткә, ваҡиға урынына килеп сыҡҡан кешеләрҙән ҡурҡып ул ҡаса. Әле, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, тикшереү — дауам итә.