Өфөгә хоккей байрамы ҡайтты

Тулыраҡ: Өфөгә хоккей байрамы ҡайтты

Салауат Юлаевтың кисәге уйыны менән баш тренер ҡәнәғәт ҡалды. Был турала Игорь Захаркин осрашыу һуңында белдерҙе. Беҙ һөҙөмтә өсөн уйнаныҡ, алыш ҡаты булды, әммә егеттәр һынатманы. Миңә был уйында команда ла, көйәрмәндәр ҙә бик оҡшаны. Трибуналарҙа күтәренке кәйеф һиҙелде тине баш тренер. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат Юлаев, кисә үҙ боҙонда Риганың Динамоһын 3-кә 1 иҫәбенә тар-мар итте. Был уйындан һуң юлаевсылар конбайыш конференцияла 39 мәрәй менән 4-се баҫҡысҡа күтәрелде.