Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ ризыҡ бирелгәнде ата-әсә “Инцидент-менеджмент” системаһына хәбәр иткән. Республика башлығы мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары тураһында кисекмәҫтән хәбәр итергә һәм ғәйеплеләргә ҡарата киҫкен саралар күрергә ҡушты.
Республика башлығы башҡала хакимиәте иғтибарын Сипайлово биҫтәһендә төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған балалар баҡсаһы мәсьәләһенә йәлеп итте. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы быйыл беренсе сентябргә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Мәғариф сәғәтендә шулай уҡ республика урта белем биреү йорттарында бөгөндән “Мәктәп фольклориадаһы” башланыуы тураһында иғлан ителде.