Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт теле һәм әҙәбиәте нисек үҫешергә тейеш? Башҡорт дәүләт университетында халыҡ –ара туған телдәр көнө уңайынан төбәк башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса ҙур семинар үтте.

Презентация формаһында 12 проект киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина белдереүенсә, башҡорт телен һәм башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау- беҙҙең мөҡәддәс бурыс. «Балалар» тип аталған башҡорт телен сабыйҙарға өйрәтеү интернет-порталы авторы Илдар Кинйәбулатов Төбәк башлығы грантына 5 йәнһүрәт, әлифба һәм йәнлектәрҙе өйрәнеү буйынса ике ҡушымта тәҡдим итәкән. 3 йәнһүрәт әҙер, тағы икәүһе тиҙҙән донья күрәсәк. Балалар өсөн проекттарҙың үҙ талаптары, ҡанундары бар, ти ул.

Сараның үҙенсәлеге, уҡытыусыларға башҡорт телен өйрәтеүҙә яңы ысулдар, яңы методтар тәҡдим итеү. Семинарҙа ҡатнашыусылар проекттарҙы баһалап үҙ тауышын бирҙе. Авторҙарға һорауҙарын, фекерҙәрен еткерҙе. «Интерактив башҡорт теле» тип аталған онлайн-дәрестәр циклын Башҡортостандың 70-тән артыҡ мәктәбендә ҡулланалар. Контент 30-ар минутлыҡ 34 онлайн-дәресте, һүҙлекте, грамматика буйынса теоретик материалды үҙ эсенә ала. Тел менән генә сикләнмәй мәҙәниәтебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе лә һаҡлауға йүнәлтелгән эштәр ҡаралды. Фильмдар, йәнһүрәттәр, китаптар, йыйынтыҡтар, телевизион проекттар.

Һәр береһе үҙенсә мөһим һәм ҡыҙыҡлы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект һайланған. Иң уңышлы тип билдәләнгәне, илебеҙ төбәктәрендә Башҡортостан көндәрен үткәреү. Шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, башҡорт теленән халыҡ-ара диктант, « Урал батыр » эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе һәм башҡа саралар башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индерә.