Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Ишҡол Хәмзә улы Мәхмүтов 1941 йылдың 22-се июнен яҡшы хәтерләй. Уҡыусыларҙы Йәнгел ауылы янына баҫыу утарға алып баралар һәм шунда ул фашистик Германияның илебеҙгә һөжүм итеүен ишетә. Малайҙар колхоз эшендә бил нығытып, беләккә көс туплап, фашистарҙы дөмбәҫләргә әҙерләнә башлай.
Ун һигеҙен тултырмаған Ишҡол Хәмзә улы ла йәшен өҫтәп яҙҙыртып, һуғышҡа алына. 1943 йылдың декабрендә ул Өфө янындағы Алкин хәрби часына килтерелә һәм әҙерлек үтә. Ишҡол Хәмзә улы пехота ғәскәрҙәренә эләгә, уларҙы иң беренсе Смоленск өлкәһенә ташлайҙар. Ошонда ул хәҙер инде еңеләсәген аңлаған немец илбаҫарҙарының йыртҡыслығын күрә.
Әммә, күп тә үтмәй, яугир фашистарҙың ҡулына эләгә. Тәүҙә уны Вильнюс ҡалаһына алып баралар, һуңынан баржаларҙа Германияға оҙаталар. Һыу юлы менән барғанда фашистарҙың яралылары тулған баржаһы беҙҙең әсирҙәр араһында йөҙә. Был Совет летчиктары һөжүм итмәһен өсөн эшләнә. Германияның Ганновер ҡалаһында Ишҡол Мәхмүтов кирбес һуға, бомбаларҙан ышыҡланыу нығытмаһы эшләй. Совет һәм союздаш ғәскәрҙәр яҡынлашҡас, фашистар күпселек әсирҙәрҙе юҡ итә. Бәхеткә күрә Ишҡол Мәхмүтов иҫән ҡала.
Әсирҙәрҙе Америка Ҡушма штаттары азат итә. Әммә, бының менән генә яугирҙың михнәттәре тамамланмай әле. 2016 йылда Әбйәлилгә сәфәрәбеҙ барышында 13 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫән ине. Хәҙер бында 6 ветеран йәшәй. Амангилде ауыл биләмәһендә берәү генә – Ишҡол Мәхмүтов. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын Өфөлә үтәсәк хәрби парадҡа ла саҡырҙы. 94 йәшен ҡыуалаған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов үҙен яҡшы тоя һәм был сараға барырға әҙерләнә.
Башҡортостанда 22 мең самаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, уларға тиңләштерелгәндәр һәм тыл хеҙмәтсәндәре йәшәй. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары 75 мең, тыл ветерандары 50 мең һум аласаҡ. Бынан тыш, илебеҙгә тыныслыҡ килтергән шәхестәребеҙгә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан миҙал тапшырыла.