Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

Тулыраҡ: Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү өсөн ЗАГСҡа ике ай алдан уҡ ғариза ҡалдырған.

Һандарҙың ниндәйҙер тылсымлы көскә эйә булыуына ышана йәштәр. Ике һәм ноль цифраһы быйыл ныҡ популяр. 20 февраль кесе йомаға тура килеүенә ҡарамаҫтан, өйләнешергә теләүселәр байтаҡ. Нумерлогтар билдәләүенсә, 2020-се йыл ғаилә ҡороусылар өсөн айырыуса уңышлы буласаҡ. Илле һәм алтмыш йыл бер-береһе менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүселәр ҙә был көндә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Өфөнөң Киров районы хакимиәте загста бөтәһе ете парҙы ҙур сараға саҡырып, никах юилейҙары менән тантаналы рәүештә ҡотлап үтте.

Бәхетле инәй-олатайҙар йәшлектәрен иҫләп, бергә бейеп-йырлап та алды. Улар матур йәшәү сере менән бүлешергә онотманы. Ғаилә утын һүндермәй, оҙаҡ йылдар буйын иңгә-иң терәшеп, бәхетле ғүмер кисергән парҙарҙы Киров районы хакимиәте даими ҡотлай. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре 10–сы октябрҙә лә никахтарын законлаштырырға теләүселәрҙең һаны күп буласағын фаразлай. Бигерәк тә, йәштәрҙең матур датала туй үткәреүҙәре ғәҙәти күренеш. Мәҫәлән, 2019 йылдың 19 сентябрендә республикала 242 пар ғаилә ҡорған.