Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә улар.
Беренсе узи өс бала буласағын күрһәткәс, тәүҙә ғаилә ағзалары шаҡ ҡата, аҙаҡ шатлыҡтарының сиге булмай. Бәләкәстәрҙең һәр береһе ике килограмм ауырлыҡ менән донъяға тыуа. Тәүҙә улар табип күҙәтеүендә дауаханала ҡала. 2020 йылда тәүге өс игеҙ баланың тап перинаталь үҙәктә донъяға килеүе урындағы дауахана хеҙмәткәрҙәре өсөн айырыуса ҙур ҡыуаныс. Сыңғыҙовтар ғаиләһе шатлығын уртаҡлашыу өсөн хатта алыҫ райондарҙан да туғандары килгән.
Хәҙер йәш ғаилә 4 бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Самирға ни бары биш йәш. Әйткәндәй, Сыңғыҙовтар нәҫелендә ике йәки өс игеҙ баланың тыуыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Сыңғыҙовтар әле баҡса ширҡәтендә йәшәй. Өс игеҙ бала табыусы ғаиләгә республиканан бар яҡлап та ярҙам буласаҡ, тип белдерҙеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Улар льготаларға һәм әсәлек капиталына дәғүә итә ала. Сыңғыҙовтар ғаиләһенә хәҙер кәрәкле документтарҙы йыйырға ғына кәрәк. Бынан тыш, күп бала тәрбиәләүсе ғаиләләләр льготалар тураһындағы мәғлүмәтте “Интерактив консультант” мобиль ҡушымтаһы аша ла ҡарай ала. Статистика буйынса, Башҡортостанда өс игеҙ бала табыусы әсә һирәк осрай. 2019-сы йылда республикала, мәҫәлән, бөтәһе ете ғаилә бер юлы өс сабыйлы булған. Уларҙың һәр береһе һау-сәләмәт.