Республика аграрийҙары 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алды

Тулыраҡ: Республика аграрийҙары 3 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алды

Бөгөн Хөкүмәт ултырышында биләләнеүенсә, был әле сик түгел. Киләсәктә сәсеүлектәр майҙанын арттырыу күҙ уңында тотола. Ҡала һәм район башлыҡтары быйыл ураҡ эштәренең уңышлы тамамланыуы тураһында отчет бирҙе. Малсылыҡҡа килгәндә иһә һөт һауып алыу кимәле бер аҙ кәмей төшкән. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Илдар Тимерғәлин ауыл эшсәндәренән мал аҙығының сифатын яҡшыртыуҙы талап итте. Бының өсөн фермер хужалыҡтары баҫыуҙарында кукуруз үҫтерергә тәҡдим ителде. Тап ошо һутлы культура һауымды арттырыуға булышлыҡ итә.