Өфөлә тарихи ҡомартҡылар әле һаман хәүеф аҫтында

Тулыраҡ: Өфөлә тарихи ҡомартҡылар әле һаман хәүеф аҫтында

Баш ҡала матбуғат сығанаҡтары Ленин урамында Князев һәм Емельяновтарҙың йорттарын емерәләр, тип яҙып сыҡҡайны. Был мәғлүмәтте Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы инҡар итте. Унда мәҙәни ҡомартҡыларға ҡарамаған иҫке йорттарҙы һүтәләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфөлә архитектура һәйкәлдәренә хәүеф янай. Тарихи документтар буйынса, был бина 20-се быуат башында төҙөлгән. Ә йортта йәшәүселәр билдәләүенсә, уға бөтөнләй 1860 йылдарҙа нигеҙ һалынған. Ваҡытында ул Шембелдең килем йорто булған. Александр Лебедев тап шундай тарихи ҡомартҡыларҙы тикшереү менән шөғөлләнә. Ул экспертиза үткәргәндән һуң, биналарҙы махсус теркәп ҡуялар. Ләкин, ҡайһы бер йорттар буйынса мәсьәлә килеп сыға. Һәр бер тарихи йорттоң үҙенсәлеге бар. 19-сы һәм 20-се быуаттарҙа биналарҙы абруйлы архитекторҙар планы буйынса, яндырылған кирбестән күтәргәндәр. Ғәҙәттә, тарихи ҡомартҡыларҙы билдәһеҙ ойошмалар һатып ала һәм һуңынан емерә башлай. Ни өсөн улай килеп сыға һуң? Өфөлә 800-ҙән ашыу архитектура ҡомартҡыһы бар. Уларҙың 300 самаһы ғына теркәү үткән. Ҡалғандары буйынса, экспертиза эшләнә. Ләкин бында лә проблемалар килеп тыуа. Яңыраҡ Өфө ҡала хакимиәте йорттарҙы ҡаланан ситтә төҙөү планынан баш тартты. Белгестәр билдәләүенсә, ул үҙен аҡламай. Шуға күрә, торлаҡты ҡала эсендә күтәрергә планлаштырыла. Тимәк, ниндәйҙер иҫке биналарҙы һүтергә тура киләсәк. Бында һүҙ тарихи ҡомартҡылар тураһында ла барыуы ихтимал.