Мәҙәниәттең сиктәре юҡ

Тулыраҡ: Мәҙәниәттең сиктәре юҡ

2020-се йылда Өфөлә үтәсәк фольклориада Рәсәйҙең сиктәрҙе ҡаплау мөмкин түгеллеген күрһәтә. Был турала Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир мединский белдерҙе.Был ҡарарҙың беҙҙең илгә ҡаршы алып барылған санкциялар сәйәсәтенә ҡарамаҫтан ҡабул ителеүе айырыуса мөһим. Мәҙәниәттең иң яҡшы илсе икәнен беҙ тағыла бер тапҡыр күрәбеҙ.Өфөлә 2020-се йылда Бөтә донъя Фольклориада фестивален ңткәрең тураһындағы ҡарар Перу ҡалаһында ЮНЕСКО-ның фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт Халыҡ-ара советы Бөтә донъя Ассамблеяһында ҡабул ителде. Бөтә донъя Фольклориадаһы һәр дүрт йыл һайын үткәрелә. Тәүге тапҡыр уны 1996 йылда Голландияла ойошторҙолар. 2016-сы йылғы Фольклориаданы Мексика ҡабул итергә әҙерләнә. Халыҡ сәнғәте, бейеүҙәре буйынса һәм хорҙа йырлау оҫталығын унда 68 дәүләт вәкилдәре күрһәтә. Ойошмаға барыһы планетаның 111 иле индерелгән. Сара асылғас, төрлө илдәрҙән килгән ҡунаҡтар республика буйлап тараласаҡ, барлыҡ ҡалаларҙа, муниципалитеттарҙа фестиваль саралары үтәсәк.Республика Башлығы ойоштороусыларҙан фестивалде һабантуйҙар мәленә тура килтереүҙе һораған.