Ул 3 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде һәм 1 миллион штраф та түләйәсәк. Мәхкәмә ултырышы сәғәт ярымдан ашыу дауам итте. Инспектор биләгән вазифаһын файҙаланып 2013 йылда сит ил машинаһын туҡтата. Асыҡланыуынса, был ваҡытта полиция лейтенанты ялда була һәм уның юл хәрәкәтен көйләү эшендә ҡатнашыу хоҡуғы булмаған. Туҡтаған водителдең руль артына эскән килеш ултырыуын белеп ҡалғас, ул 30 мең ришүәт түләргә кәрәклеге хаҡында әйтә. Водитель документтарын Ғәлиевҡа ҡалдырып аҡса алырға китә һәм тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау ограндарына хәбәр еткерә. Яҡынса ике сәғәт ярым ваҡыт үткәс водитель тәғәйенләнгән урынға аҡса менән килә. Сумманы тапшырған ваҡытта юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторын полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Ғәйепләнеүсе яҡ ҡарар менән килешмәй һәм киләсәктә юғары инстанцияға аппеляция бирергә теләй. Ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсе Азат Ғәлиев суд залында ҡулға алынды.
Бөгөн Өфөлә ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсе полиция хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде
Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсе полиция хеҙмәткәренә ҡарата хөкөм ҡарары иғлан ителде