Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал

Тулыраҡ: Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн сифатһыҙ лампалар алыуын ҡаты тәнҡитләне. Радий Фәрит улы быны яуапһыҙлыҡ тип атаны һәм етди тикшереү буласаҡ, тип вәғәҙәләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров илдә Хәтер һәм дан йылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер арттырырға саҡырҙы. Артабан ултырышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу тураһында доклад тыңланылды. Уҙған йылда 17 меңдән ашыу контейнер майҙансығы булдырылған. Яңыраҡ сүп-сарҙы тейәү, сығарыу һәм үтиллшәштереүҙе видеокамералар аша күҙәтә башлағандар.

Был ыңғай һөҙөмтә биргән. Дөйөм алғанда тармаҡта үҫеш һиҙелә башлаған. Бигерәк тә Әбйәлил, Тәтешле райондарында һәм Өфө ҡалаһында хәл яҡшы. Әммә, ҡайһы бер муниципалитеттарҙа тәртип урынлаштырылмаған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров контейнер майҙансыҡтары буйынса яңы күрһәтмәләр бирҙе. Уҙған байрам көндәрендә республика трассаларында юл-транспорт ваҡиғалары теркәлмәгән. Әммә, М-5 федераль трассаһында 6 машина бәрелеште. Быға көндөң йылытып тороуы һәм ҡар яуып, буран сығыуы сәбәпсе. Радий Хәбиров ошондай һауа торошо фаразланһа, водителдәрҙе алдан иҫкәртергә бойорҙо.

Бынан тыш, анализ эшләп, профилактиканы көсәйтергә ҡушты. Ә аварияға эләккән кешеләргә ярҙам итеп йөрөгән фельдшерҙы табып, уны дәртләндерергә тәҡдим итте Башҡортостан башлығы.Уҙған аҙнала республикала 113 янғын теркәлгән, уларҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда аҙыраҡ, ҡорбандар һаны ла кәмерәк. Учалы районында аяныслы хәл булған. 3 бәләкәй бала төтөндән ағыуланған. 2 йәшлек сабый үҙенең тыуған көнөндә медицина хеҙмәткәрҙәре ҡулында йән биргән. Ике бала реанимацияла ҡала. Ата-әсәһе сабыйҙарын бикләп, яңғыҙҙарын ҡалдырып киткән булған.

Ғаилә янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал менән тәьмин ителгән, тип билдәләнде ултырышта. Ошонда уҡ яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, быйыл ҡар күп һәм һыуһаҡлағыстар тула бара. Ул ташҡынға етди әҙерлек эштәре алып барыу кәрәклеген әйтте. Уҙған йылда төбәктә 3 мең 600-ҙән ашыу подъезда ремонт башҡарылған. Был маҡсатта 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Быйыл тағы ла 3 мең 300-ҙән ашыуында эштәр ҡаралған. Ремонтты октябрь аҙағына тамамларға иҫәп тота, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ белгестәре. Уҙған йылда иң яҡшы подъезд конкурсында өс район еңеү яулаған. Башҡортостан башлығы быйыл да сараны дауам итергә һәм муниципалитеттарҙы дәртләндерергә саҡырҙы. Радий хәбиров шәхсән ҡотларға теләк белдерҙе. Подъездарға пандустар ҡуйыу мәсьәләһе лә көнүҙәк.

Әле республикала 97 подъезда пандус менән тәьмин ителмәгән. Уларҙа 101 мөмкинлеге сикләнгән кеше йәшәй. Был маҡсатта 2 миллион 700 мең һум самаһы аҡса талап ителә. Башҡортостан башлығы кисекмәҫтән аҡса бүлергә ҡушты.Радий Хәбиров урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһенә лә етди иғтибар бүлә. Уҙған йылда төбәктә 28 меңдән ашыу шәмдәл һәм 5 мең ярым электр бағанаһы ҡуйылған. Әммә, лампаларҙың сифаты насар һәм улар тиҙ арала сафтан сыға, тип билдәләне ултырышта ҡатнашыусылар. Насар шәмдәл килтергән ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте туҡтатырға һәм иҫәпләшмәҫкә тине республика етәксеһе. Ул Башҡортостанда эшләгән предприятиеларҙы ҡарарға һәм беҙҙә етештерелгән лампаларға өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы. Оператив ултырышта Ғәҙәттән тыш хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеге тикшерелде.

Уҙған йылда төбәктә Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып берҙәм 112 хеҙмәте ойошторолдо. Бер йыл эсендә ул 2 миллиондан ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, 3 мең кешегә ярҙам күрһәтелгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был хеҙмәтте артабан да камиллаштырыу юлдарын барларға ҡушты.Ултырыш һуңында Рәсәй тимер юлдарының Куйбышев бүлексәһе эшмәкәрлеге барланды. Быйыл Өфө тимер юлы вокзалын рекострукциялауҙы тамамлау көтөлә. Ул йәй баштарына асылыр һәм халыҡтың уңайлығы өсөн яңы платформалар эшләй башлар тип күҙаллана. Радий Фәрит улы билдәләүенсә, Рәсәй тимер юлдарын яҡшы партнер булып ҡала һәм төбәк бюджетын тулыландырыуға тос өлөш индерә.