Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр

Тулыраҡ: Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр

Бюджет килемдәренең үҫеше халыҡ тормошона аҙ йоғонто яһай. Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр. Хөкүмәт Президиумы ултырышында был хаҡта Андрей Назаров белдерҙе. Финанс министры Лира Иғтисамова иһә былтыр бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу маҡсатында бюджеттан өҫтәмә 2 миллиард 300 миллион һум йәлеп ителгән, тип билдәләне. Социаль йөкләмәләрҙе финанслау ҙа тулыһынса атҡарылған. Хөкүмәт президиумы ағзалары төбәктә еңел сәнәғәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән өҫтөн саралар планын ҡабул итте. Тармаҡ үҫешенә миллиард ярым һум аҡса бүленә, 2024 йылға тиклем еңел сәнәғәт тауарҙарын етештереү күләмен икеләтә артырыу көтөлә.